Муниципальное бюджетное учреждение культуры
Межпоселенческая библиотечная система
муниципального района Татышлинский район
Республики Башкортостан
Сельская модельная библиотека села Шулганово
logo
Башҡортостан республикаһы Тәтешле
муниципаль районының муниципаль бюджет
мәҙәниәт учреждениеһы Биләмә-ара
китапхананалар системаһы
Шулган ауылы моделле китапханаһы

#НазарНаҗмигә105

#НазарНаҗмигә105
#Шулганавылымоделлекитапханәсе
Хәбибназар Нәжметдин улы Нәжметдинов 1918 йылдың 5 февралендә Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Миңеште ауылында тыуған. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Өфө металлургия рабфагында уҡый. 1938 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты уҡырға инә. Өсөнсө курстан, 1941 йылда, Бөйөк Ватан һуғышына китә, 1946 йылда ғына әйләнеп ҡайта. Фронтта күрһәткән батырлыҡтары өсөн ике тапҡыр II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендарына һәм миҙалдарға лайыҡлы була.Ҡайтҡас, уҡыуын дауам итә: 1947 йылда институттың тел һәм әҙәбиәт факультетын тамамлай.
Назар Нәжми 1947—1949 йылдарҙа «Совет Башҡортостаны» гәзите, «Әҙәби Башҡортостан» журналы редакцияларында эшләй. 1955—1959 йылдарҙа ул — «Һәнәк» журналының баш мөхәррире, 1962—1969 йылдарҙа — Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе.
Башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүҙә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн Октябрь Революцияһы ордены, ике тапҡыр Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрак ордены менән наградлана. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаты итеп һайлана. РСФСР дәүләт премияһы һәм республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1972) лауреаты. 1993 йылда уға Башҡортостандың халыҡ шағиры исеме бирелде.
Назар Нәжми утыҙынсы йылдарҙың аҙағында яҙа башлай. Уның тәүге шиғырҙары 1937 йылда республика гәзиттәрендә баҫыла; шиғыр һәм хикәйәләре «Беренсе йыр» (1938), «Икенсе йыр» (1939) тигән альманахтарҙа урын ала. 1940 йылда «Октябрь» журналында «Ауыл эскиздары» исемле шиғырҙар циклы сыға.Назар Нәжмиҙең байтаҡ китаптары Мәскәүҙә һәм Өфөлә рус телендә баҫылып сыҡты.

Назар Нәжми выждан һәм тәрән аҡыл тойғоларын уятҡан ҡыҙыҡлы драматург булараҡ та сығыш яһаны. Уның: «Яҙғы йыр», «Хуш, Хәйрүш», «Саҡырылмаған ҡунаҡ», «Егет егетлеген итә» тигән тәүгә пьесалары менән дә, һуңыраҡ яҙылған «Гармунсы дуҫ», «Күршеләргә ҡунаҡ килгән», «Ҡыңғыраулы дуға», «Әтәмбәй» пьесалары менән дә шулай булды. Улар барыһы ла Башҡорт дәүләт академия драма театрында ҡуйылды. Назар Нәжми башҡорт уҡыусыһына Александр Пушкин, Михаил Лермонтов, Алишер Навои поэмаларын, Рәсүл Ғамзатов, Ҡайсын Кулиев һәм башҡа донъя кимәлендә билдәле шиғырҙарын туған телендә яңғыратты.

1944 йылдан КПСС, 1951 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Назар Нәжми 1999 йылдың 6 сентябрендә Өфөлә вафат була.